+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаҡ булығыҙ!
14 Апреля 2021, 06:15

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Янғын, бәлә-ҡаза килеп сығыуының төп сәбәпсеһе булып кеше тора. Йылы көндәр башланыу менән халыҡ урманға ашыға, усаҡ яғып, шашлыҡ ҡыҙҙырырға тотона.

Тик күптәребеҙ ҡоро үләнгә ут ҡабып, күҙ асып йомғансы ағастарҙы, бөтә урманды ут ялҡыны ялмап аласағын онотоп ебәрә. Шуға ла янғын сығыу ҡурҡынысы булған осорҙа тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш. Сөнки янғын афәте урман хужалығына күп бәләләр, юғалтыуҙар килтерергә мөмкин.
Урманда янғын сығыуға күп осраҡта ял итеүселәр һүндермәй киткән усаҡ сәбәпсе була. Әгәр яҡҡанһығыҙ икән, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Махсус урын булмаһа, йылға йәки күл буйында ҡомло-ташлы урында, урман юлдарында, иҫке усаҡ урынында йә булмаһа асыҡ аҡланда ғына усаҡ яғырға мөмкин. Әгәр ҙә тирәһендә ут ҡабып китерлек ҡоро үлән булһа, ерҙе әйләндереп ҡаҙып сыҡһаң, тағы лә һәйбәтерәк.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусылар һәм ут сығыуҙа ғәйепле кешеләр административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Фото: in-news.ru
Читайте нас