+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
8 Июнь 2021, 11:40

Ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән

Республикабыҙҙа һуңғы арала балалар менән бәйле күңелһеҙ осраҡтар йышайып китте, айырыуса ҡала урамдарында.

Ни тиһәң да, каникулдар мәле, бала-саға күберәк буш ваҡытын урамда, саф һауала үткәрергә тырыша. Балаларҙы мөмкин тиклем ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫға тырышырға кәрәк тә бит, тик беҙ уйлағанса ғына килеп сыҡмай шул, атай-әсәйҙәр ҙә эшкә йөрөй, барыһының да балаларын олатай-өләсәйгә, лагерҙарға ебәреү мөмкинлеге лә юҡ. Шуға күрә уларға көн дә тел менән һаҡсыллыҡ ҡағиҙәләре тураһында тыҡылдап торорға кәрәк инде.
Бына ошо һуңғы ике көндә генә булған хәлдәр: береһе Өфө ҡалаһындағы былтыр ғына асылған Ҡала мәҙәниәт йорто эргәһендә “Бейеүсе торналар” фонтанында була. Малай майҙансыҡта уйнап, йүгереп йөрөгәндә аяғы декоратив тимер ҡалай элементҡа инеп ҡыҫыла. Ҡотҡарыусылар баланың аяғын электр тимер киҫеү ҡоралы ярҙамында ғына сығара ала. Йәрәхәтләнгән малайға дауаханала медицина ярҙамы күрһәтеп, өйөнә ҡайтаралар. Ә икенсе осраҡ Өфө районының Подымалов ауылында теркәлә. Велосипедта йөрөгән 13 йәшлек ҡыҙ юл ситенә туҡтай ҙа эргәлә генә торған люк ҡапҡасына баҫа, ул бикле булмау сәбәпле, ҡыҙыҡай тайпылып, канализацияға барып төшә. Ярай әле нисектер ҡойо ситенә ҡулы менән эләгеп ҡала ла ярҙамға саҡыра башлай. Үтеп барыусылар тиҙ генә үҙен ҡотҡара.
Бына шулай, дуҫтар! Ике осраҡта ла өлкәндәрҙең вайымһыҙлығы ярылып ята. Ә һеҙ шулай ҙа бик һаҡ булығыҙ инде, теләһә ниндәй шикле урындарҙа уйнап йөрөмәгеҙ, йәме!
Фото: пресс-служба УГЗ Өфө, tsn24.ru
Читайте нас: