+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
21 Июль 2021, 16:33

Тәҙрәнән осоп төшөп...

Балаларҙың тәҙрәнән осоп төшөп йәрәхәтләнеүе, һәләк булыуы тураһында күңелһеҙ хәбәрҙәр йыш ҡына ишетелеп тора. Айырыуса йылы көндәрҙә, ҡала ерендә фажиғәләр була.

Тәҙрәнән осоп төшөп...
Тәҙрәнән осоп төшөп...

Бәләкәстәр ҡыҙыҡһыныусан була шул, тәҙрәгә менеү хәүефле икәнен аңламайҙар. Ҡайһы берәүҙәр москит сеткаһына алданып, таянып осоп төшә. Әле Күмертау ҡалаһында ике йәшлек бала икенсе ҡаттан йығылған. Ярай әле иҫән ҡалған, әммә төрлө яралар алған. 

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса республикала йыл башынан бейектән осоп төшкән 5 баланың ғүмере өҙөлгән, 17-һе төрлө йәрәхәттәр алған. Тиктормаҫ кескәйҙәрҙе бер минутҡа ла иғтибарһыҙ, икенсе бүлмәлә яңғыҙ ҡалдырырға ярамай шул.

Фото: ekaraganda.kz

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: