+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
27 Июль 2021, 13:28

Ғүмер бер генә бит...

Йәй. Каникул. Күңелле генә үтһен ине лә бит. Балаларҙың төрлө фажиғәләрҙә һәләк булыуы тураһында ишетеүе бик ауыр. Өфөлә яңыраҡ 13 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере фажиғәле өҙөлгән.

Ғүмер бер генә бит...
Ғүмер бер генә бит...

"Башинформ" агентлығы мәғлүмәте буйынса, өс үҫмер төҙөлөп бөтмәгән йорт биләмәһенә үтеп, ҡараңғыла уйнай. Бер ҡыҙ артҡа сигенеп, 7-8 метрлыҡ лифт шахтаһына ҡолап төшә... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул "Тиҙ ярҙам" килеп еткәнсе йән бирә.

Яҡындарына ниндәй ауыр юғалтыу. Башҡортостан Республикаһының тәфтиш комитеты был хәл буйынса тикшереү эштәре үткәрә.

Фото: ooo-ado.ru

 

 

 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: