-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
16 Август 2021, 11:15

Балаларға хәүеф янамай

Әллә ниндәй йәй булды быйыл.

Балаларға хәүеф янамай
Балаларға хәүеф янамай

Хәйбуллалағы янғынды инде һүндерҙеләр, тигәндә генә, хәҙер Әбйәлил районы биләмәһендә урман-ҡырҙарҙы ут сорнаған. Етмәһә, “Тау тарлауығы” исемле балалар лагерынан 1 километр алыҫлыҡта ғына был хәл теркәлгән. Балалар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ундағы 837 кешене (750 бала, 87 хеҙмәткәр) 5 километр тирәһе йыраҡлыҡтағы “Урал таңдары” ял итеү лагерына эвакуациялайҙар. Әлегә янғын сыҡҡан урында ғәҙәттән тыш хәлдәр идараһы эшләй. Алдағы аҙнала ла көндәр бик эҫе була, тип фаразлайҙар. Хоҙайым, үҙең генә һаҡла инде бәлә-ҡазаларҙан.

Фото: ufa.bezformata.com

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: