+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаҡ булығыҙ!
8 Сентября 2021, 06:15

Сирена тауыштары яңғыраны

Кисә Өфөнөң күп кенә мәктәптәрендә эвакуация дәрестәре үтте.

Сирена тауыштары яңғыраныСирена тауыштары яңғыраны
Сирена тауыштары яңғыраны

Тәүҙә сценарий буйынса эш иттеләр: шикле предметты асыҡлау, янғын сығыу һәм башҡалар. Мәктәптә хәүефле хәл булыуы хаҡында автоматик янғын һүндереү сигналдары хәбәр итә. Сирена тауышын ишетеү менән балалар уҡытыусылары менән бергә синыф бүлмәләрен ҡалдырып, тиҙ генә тышҡа сығыу яғына йүнәлергә тейеш була. Шулай уҡ был көндө ҡаланың янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре балаларға утты һүндереү кәрәк-ярағын күрһәтте, хатта уларҙы ҡулланып ҡарарға ла мөмкинлек булды. Бындай уҡыуҙар “Хәүефһеҙлек айлығы” барыуы айҡанлы үткәрелә, ул 15 сентябргә тиклем дауам итәсәк.

Фото:news.myseldon.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас