+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
28 Сентябрь 2021, 11:15

730-ында коронавирус осрағы асыҡланған

Башҡортостанда балалар күпләп ауырый. 

730-ында коронавирус осрағы асыҡланған
730-ында коронавирус осрағы асыҡланған

Был турала республиканың Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте. Статистикаға ярашлы, 730 белем биреү ойошмаһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары асыҡланған.

«Биштән артыҡ кеше сирләгән кластарҙа карантин индерелә. Республиканың 279 мәктәбендә ошондай сикләү сараһы ғәмәлдә (768 класс), — тине Анна Казак. – Был аҙнала барлыҡ белем биреү ойошмаларында рейдтар уҙғарыла».

Башҡортостандың баш санитар табибы билдәләүенсә, кешеләр тынысланды. Сауҙа үҙәктәрендә, транспортта һәм күп кеше ҡатнашлығындағы сараларҙа битлек режимын һәм социаль арауыҡты үтәүгә иғтибар ителмәй. Анна Казак ошо хәүефһеҙлек сараларын ҡаты контролдә тоторға тәҡдим итте. 

https://www.bashinform.ru/bash/1650405/

Фото: fishki.net

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: