+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
10 Декабрь 2021, 13:04

Пиротехника менән һаҡ булығыҙ!

Яңы йыл яҡынлаша, тимәк, петарда, салют, фейерверктар алыусылар күбәйә, тигән һүҙ. Шуға ла ҡотҡарыусылар халыҡты иҫкәртергә ашыға, һаҡ булырға саҡыра. 

Пиротехника менән һаҡ булығыҙ!
Пиротехника менән һаҡ булығыҙ!

Беренсенән, был әйберҙәрҙе махсус һатыу нөктәләренән, сертификаты бармы икәнен ҡарап ҡына алырға кәрәк.

Пиротехниканы балаларға тотторорға, бирергә ярамай. Шаярып ҡына ла кешеләргә йүнәлтеү тыйыла.

Көслө ел булғанда салют аттырмағыҙ.

Торлаҡтан 30 метр алыҫлыҡта, һонолған ҡул йыраҡлығында ғына тоҡандырырға ярай. Петарда янмаһа, ташлауығыҙ хәйерле, уны икенсе тапҡыр тоҡандырып ҡарау бик хәүефле.

Тотонолған фейерверкты шул килеш ҡалдырмағыҙ, ҡар һибеп һүндереп, сүп-сар менән ташлағыҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, декабрь етһә, илдең төрлө тарафтарында пиротехниканан зыян күреүселәр арта,улар бигерәк тә  балалар араһында күбәйә. Һаҡ булығыҙ, дуҫтар, бәләгә тарып ҡуймағыҙ.

Фото: znanio.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: