-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
21 Декабрь 2021, 14:28

Урам эттәре талаған

Хужаһыҙ эттәрҙән зыян күреүсе, хатта таланып һәләк булған балалар бар. Ҡайҙан йыйыла һуң шул тиклем берәҙәк эттәр? 

Урам эттәре талаған
Урам эттәре талаған

Бында кешеләр үҙҙәре лә ғәйепле, әлбиттә. Сығарып ебәрәләр, улары көсөкләп, ҡарауһыҙ ҡалған эттәр һаны тағы күбәйә. Өфөлә лә берәй урында ҡаршыңа биш-алты эт килеп сыҡмаҫ, тимә. Бигерәк тә Шакша биҫтәһендә балаларҙың бәләгә тарыуы йыш күҙәтелә. Бына бит тағы катокка барырға сыҡҡан 13 йәшлек ҡыҙға һөжүм иткәндәр. Ярай әле осраҡлы үтеп барыусы ир ярҙам иткән, эттәрҙе ҡыуып ебәреп, "Тиҙ ярҙам" саҡырған. Әле бала дауаханала ята. Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы тикшереү эше башлаған.

Был осраҡтан һуң Калинин районында тағы урам эттәрен тотоу буйынса рейд үткәргәндәр. Ошо йылда ғына ла Производственная урамы тирәһендә - 60, ә Шакшала, дөйөм алғанда, 300 тирәһе берәҙәк эт тотолған. Тейешле процедуралар үткәргәндән һуң уларҙың күбеһен, ҡолаҡтарына бирка ҡуйып, яңынан иреккә ебәрәләр. Башҡаса көсөкләй алмаһалар ҙа, уҫаллыҡтарын юғалтмай шул улар...

Фото: gorodnsk63.ru 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: