+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
28 Декабрь 2021, 11:12

Өфө мәктәптәрендә тағы эвакуация

Бөгөн Өфөлә байтаҡ ҡына уҡыусылар тәүге дәрескә барманы. Сөнки тиҫтәнән ашыу белем усағында иртә менән хоҡуҡ һаҡсылары, кинологтар эшләне. Тағы мәктәптәргә ҡурҡыныс янауы тураһында хәбәр иткәндәр.

Өфө мәктәптәрендә тағы эвакуация
Өфө мәктәптәрендә тағы эвакуация

Кемдәр уҡырға барып өлгөргән, тышҡа, һалҡынға сығып торорға йәки ҡайтып китергә тура килде. Ватсап аша синыф етәкселәре, әлегә белем усағына килмәй тороғоҙ, өсөнсө дәрескә генә килерһегеҙ, тигән кеүегерәк смс-хәбәрҙәр ебәрҙе. 

 Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса бөгөн 47-се, 49-сы, 31-се, 24-се, 61-се, 64-се, 65-се, 71-се, 129-сы, 93-сө, 98-се, 158-се белем усаҡтарынан уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы эвакуациялағандар. Тейешле тикшереүҙәр үткәрелгәс, хәүеф янамағаны иҫбатланғас, ҡайһы бер мәктәптәрҙә дәрестәр дауам итә.

Был уҡыу йылында теге йәки был уҡыу йортона шартлатҡыс һалыныуы тураһында ялған шылтыратыу, хәбәр ебәреүҙәр бигерәк тә күбәйеп китте. Йәмәғәт хәүефһеҙлегенә күпме зыян килә, тикшереү өсөн күпме көс түгелә.

Билдәле булыуынса, терроризм акты тураһында ялған мәғлүмәт таратыусы Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 207-се статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла: иркенән мәхрүм ителә йәки ҙур күләмдә штраф һалына.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: