+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
11 Ғинуар 2022, 11:54

Селфи хәүефле!

Селфи ул, белеүегеҙсә, үҙ-үҙеңде фотоға төшөрөү. Социаль селтәрҙәр киң таралған осорҙа күптәр үҙҙәренең ғәҙәти булмаған урында йә торошта төшкән фотоларын интернетҡа ҡуйып, лайк артынан ҡыуа башланы. Һуңғы йылдарҙа был модаға инеп китте, тиһәк тә хата булмаҫ.

Селфи хәүефле!
Селфи хәүефле!

 Үҫмерҙәр ҙә береһенән-береһе уҙҙырырға тырыша. Һөҙөмтәлә, йәрәхәтләнеү, үлем осраҡтары күп. Мәҫәлән, Хакасияла бер егет бейек ҡая башында фотоға төшөргә теләп, осоп төшөп һәләк була. Мәскәүҙә бер ҡыҙ, иҫ киткес селфи эшләйем, тип яңылыш башына пистолеттан ата...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мауығыу бер ауырыуға әйләнеп бара. Ҡайһы берәүҙәр ошолай фотолары аша ғына танылыу алыуҙы уңыш тип һанай. Ләкин был дөрөҫ түгел. Өҫтәүенә, бик хәүефле лә. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡурҡыныс урындарҙа фотоға төшөргә яратыусыларға штраф һалырға саҡыра. Үҙеңде төшөргәндә бер ҡулыңда махсус таяҡҡа беркетелгән фотоаппарат, айфон йә телефон була, бөтә иғтибарың экранға йүнәлтелгән, бирелеп китеп, хәүефте аңғармай ҡалыуың бар.
Шулай ҡыланыу насар, тип кенә барыбер кешене был мауығыуҙан тыйып булмайҙыр инде. Хәүефһеҙ селфиға өйрәтеү дөрөҫөрәк буласаҡ. Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы ошо турала иҫкәрмә лә сығарҙы. Мәғариф һәм фән министрлы­ғында ла балаларға тиҙерәк хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк, тигән фекерҙәләр. 
Элегерәк матур ваҡиғаларҙы, бәхетле мәлдәрҙе иҫтәлек өсөн фотоға төшөрә торғайныҡ. Хәҙер социаль селтәргә һалыу өсөн дә махсус рәүештә фотоаппарат төймәһенә баҫабыҙ. Уҡыу­сылар, һеҙҙең дә күптәрегеҙ төрлө фотоларығыҙҙы интернетҡа ҡуйыу менән мауыға, шулай бит. Бының, бәлки, насарлығы ла юҡтыр. Әммә фотоға төшкәндә лә һаҡ булырға кәрәк икәнлеген онотмағыҙ, йәме.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: