+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
9 Март 2022, 10:42

Ҡарҙар ирер, һыу ташыр

Әле көндәр бер аҙ һыуытып торһа ла, яҙғы ташҡынға ла күп ваҡыт ҡалманы. Республикала был хәүефле осорға әҙерлек ғинуарҙа уҡ башланғайны инде. Әйткәндәй, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында төҙөлгән оператив штаб хәбәр итеүенсә, былтыр республикала 288 йортто һәм баҡса өйҙәрен, 2 мең 121 йорт яны биләмәһен һәм баҡса участкаһын, шулай уҡ 43 юл участкаһын һыу баҫҡан. Яҙғы ташҡын осоронда балаларға ла һаҡ булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә ҡуша ҡотҡарыусылар.

Ҡарҙар ирер, һыу ташыр
Ҡарҙар ирер, һыу ташыр

Һыу буйҙарында хәүеф янағанын оноторға ярамай. Яҙғы боҙға, ярҙай булһа ла, ышанма, тиҙәр бит. Йылға өҫтәрендәге боҙ хәҙер ватылып бара, берҙән, уны ҡояш ашаһа, ҡар һыуы менән ағын һыу ҙа йоҡарта. Кескәйҙәрҙе лә һыу буйҙарына ебәрмәҫкә, үҙегеҙгә лә һаҡ булырға, һаулығығыҙҙы, ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Боҙҙоң ныҡлығын тикшерәм тип, уның өҫтөндә һикереү, онталған боҙға баҫыу, йылға янында уйнау яҙ көнө тыйыла. 

Фото: "Йәншишмә".

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: