+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
16 Апрель 2022, 10:50

Бәләкәй генә бөжәктән - ҙур зыян

Яҙ. Был миҙгелде һәр кем көтөп алалыр. Тиҙҙән ҡар бөтөр, ерҙе йәм-йәшел үлән ҡаплар. Әммә ошо матур саҡтарҙа, апрель аҙағы – май баштарында, кешегә хәүеф янаған бөжәктәр – талпандар ҙа уяна. Шуға күрә һаҡланыу сараларын тағы бер иҫкә төшөрөп үтәйек әле.

Бәләкәй генә бөжәктән - ҙур зыян
Бәләкәй генә бөжәктән - ҙур зыян

Талпандар ерҙән 1 – 2 метр самаһы бейеклектә үҫемлектәр буйлап йөрөй. Ағас баштарында ла ҡорбанын һағалап, көтөп ултыралар. Кешегә килеп йәбешкәс, байтаҡ ваҡыт ҡаҙалырға йәтеш урын эҙләй һәм арҡаға, ҡултыҡ аҫтына, ҡолаҡ артына, башҡа, муйынға ҡаҙалырға ярата. Талпан тәнгә ауыртыуҙы бөтөрә торған матдә ебәрә, бының тәьҫире бер нисә көнгә етә. Шуға ла уның ҡаҙалғаны һиҙелмәй.


Урманға барһағыҙ, һаҡланыу сараларын күрегеҙ. Оҙон еңле, муйынлы кейем кейеп барығыҙ, яланбаш йөрөмәгеҙ. Салбар балаҡтарын нәски эсенә тығып ҡуйығыҙ. Ял итергә үлән­һеҙерәк урынды һайлап ултырығыҙ. 15 – 20 минут һайын талпан юҡмы икәнен ҡарап тороғоҙ. Уға ҡаршы махсус дарыуҙарҙы тәнгә түгел, кейемгә һиптерегеҙ. Урмандан ҡайт­ҡас та тәнегеҙҙе, кейемдәрегеҙҙе, әйберҙәрегеҙҙе өйгә инмәҫ элек үк тикшерегеҙ.


Әгәр ҙә талпан ҡаҙалһа, шунда уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Улар сараһын күргәс, бөжәкте талпан энцефалитына һәм боррелиозына тикшереү өсөн Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә ебәрә. Ә инде үҙегеҙгә тартып алырға тура килһә, һаҡ булығыҙ: башы тәнегеҙҙә тороп ҡалмаһын. Иң һәйбәте: бөжәктең күренеп торған урынына үҫемлек йәки камфара майы, кәрәсин һөртөү. Талпан тын ала алмай, үҙе үк килеп сығасаҡ. Урынын йод йәки спирт ҡатнашмаһы менән таҙартырға кәрәк. Тикшереү өсөн талпанды ҡап­ҡаслы һауытҡа һалып, үҙегеҙгә алып барырға тура килә инде.


Уға ҡаршы прививка ла яһатырға мөмкин. Нимә һуң ул талпан энцефалиты? Үҙәк нервы системаһын зарарлаусы ҡурҡыныс сир. Талпан ҡаҙал­ғандан йәки сирле кәзә, һыйыр һөтө аша йоға. Ауырыуҙың тәүге билдәләре 7 – 12 көндән, ҡайһы ваҡытта бер айҙан һуң беленә башлай. Тән температураһы күтәрелә, хәлһеҙлек, баш ауыртыу, муйын, быуындар һыҙлауы күҙәтелә. Кеше ҡоҫа, аңы томалана. Ҡул-аяҡтарҙы фалиж һуғыуы бар. Сирҙең һиҙҙермәй генә үтеп, хроник төҫ алыуы ла ихтимал.


Һаҡ булайыҡ, был бәләкәй генә бөжәктәргә үҙебеҙгә ҙур зыян килтерергә юл ҡуймайыҡ!

Фото: https://site.igis.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: