+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
22 Апрель 2022, 14:35

Асыҡ тәҙрә хәүеф янай

Көндәр йылына, тәҙрәләр асыла, әммә улар хәүеф менән янай. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров халыҡҡа сираттағы мөрәжәғәте менән сығыш яһаны. 

Асыҡ тәҙрә хәүеф янай
Асыҡ тәҙрә хәүеф янай

Көндәр йылыныу менән балаларҙың асыҡ тәҙрәнән ҡолап төшөү, йәрәхәтләнеү, хатта үлеү осраҡтары тағы ла арта. Шуға күрә атай-әсәйҙәрҙе һаҡ булырға саҡырҙы Фәрит Ғүмәров. Тәҙрә янына диван, ултырғыс, өҫтәл кеүек йыһаздарҙы ҡуйырға ярамай, балконға кескәйҙәр яңғыҙ сығырға тейеш түгел. Ғөмүмән, балаларҙы бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмауың яҡшыраҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, москит сеткаһына таянып, йығылып төшөүселәр ҙә бар.

Уҙған йылда тәҙрәнән ҡолап, 9 баланың ғүмере өҙөлгән, 25-е төрлө йәрәхәт алған. Быйыл да 9 бала зыян күргән. 

Фото: https://yandex.ru/.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: