+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
31 Май 2022, 16:05

Хәүефһеҙлек — беренсе урында

1 июнь — Балаларҙы яҡлау көнө алдынан Республика менән идара итеү үҙәге иртәнге «Сәләм» тапшырыуы менән тура бәйләнешкә инеп, балаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында һөйләне.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан Рөстәм Исламов биргән кәңәштәрҙән иң мөһимдәрен иҫкә төшөрөп үтәйек. Беренсенән, тыйылған урындарҙа һыу инергә ярамай. Урамда сит-ят кешеләр менән һөйләшмәгеҙ. Улар менән бергә лифтҡа инмәгеҙ. Әлбиттә, белмәгән кешеләргә ишек асырға ла ярамай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуһа, 112 һандарын йыйып, хәбәр итергә кәрәк.

Видеоны ҡарап, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында күберәк белерһегеҙ. Йәйге каникулығыҙ матур үтһен!

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: