+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
9 Июнь 2022, 11:40

Һәр нәмәлә сама кәрәк

Бындай ҡойма ямғырҙар элек тә булғандыр инде, тик ниңәлер иҫтә ҡалмаған. Ҡапыл килеп дөбөрләп күк күкрәп, ямғыр яуып үтер ҙә күп тә үтмәй, аяҙытып, йәйғор сығыр ине. Әле бына ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һыу ташыуы тураһында иҫкәртәләр. Һауа торошо алдағы өс көндә лә ошолайыраҡ торасаҡ, тип хәбәр итәләр.

Һәр нәмәлә сама кәрәк
Һәр нәмәлә сама кәрәк

Йылғалар ташты, ярҙарынан ашты. Ҡайһы бер райондарҙа хатта яуын арҡаһында һаман картуф та сәсә алмайҙар. Һәр нәмәлә сама булһа ине. Артығы кәрәкмәй, шулай бит?!

Йәйге каникул бара, һаҡ булығыҙ, дуҫтар, яҙғы ташҡындан бер ҙә ҡалышмай был ташҡын.

Автор фотоһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: