-1 °С
Ясно
VKOKМакс
Һаҡ булығыҙ!
31 Июля 2022, 10:55

Йәшендән һаҡланыу саралары

Йәшен һаман да тәбиғәттең хәүефле һәм серле күренеше булып ҡала. Ҡайҙа, нимәне атырын бер кем дә алдан әйтә алмай бит. Шуға ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәргә кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәшендән һаҡланыу сараларыЙәшендән һаҡланыу саралары
Йәшендән һаҡланыу саралары

Өйҙә булһағыҙ, электр приборҙарынан, тәҙрәләр­ҙән алыҫыраҡ тороғоҙ. Бөтә антенналарҙы һурып алыр­ға, телевизор, радионы һүндерергә кәрәк.
Йәшен ваҡытында асыҡ һауала ҡалһағыҙ, ышығыраҡ ер эҙләгеҙ. Айырым ғына торған ағас төбөнә бармағыҙ. Палатка кеүек бәләкәй ҡоролмалар ҙа хәүефле.
Бик булмаһа, сүкәйеп ултырығыҙ. Йәшен бейек урындарҙы ярата. Ҡулығыҙға ҡармаҡ, ҡулсатыр кеүек оҙон металл әйберҙәр тотмағыҙ.
Металл кәртәләр ҙә ҡурҡыныс тыуҙыра.
Һыу буйынан йырағыраҡ китегеҙ, сөнки ул токты шәп үткәрә.
Атта, велосипедта йөрөргә ярамай.

 Машинала барһағыҙ, йәшен үткәнсе туҡтап тороу хәйерлерәк. Тик әлеге лә баяғы бейек ағас, баға­наларҙан алыҫыраҡ булығыҙ. Йәшен бигерәк тә имән, тирәкте ата.

Фото: detkisuper.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас