+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
9 Август 2022, 13:07

Тыйылған урында һыу инмәгеҙ!

Йәйҙең һуңғы айы етһә лә көндәр эҫе, һыу инмәй булмай. Һаҡ булһағыҙ ине. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, оператив мәғлүмәттәр буйынса республикала үткән аҙнала ғына 6 кеше һыуға батып һәләк булған.

Тыйылған урында һыу инмәгеҙ!
Тыйылған урында һыу инмәгеҙ!

38-ен ҡотҡарғандар. Йыл башынан иһә һыуҙа 55 кешенең ғүмере өҙөлгән. 

Батыуҙың төп сәбәптәренең береһе - тыйылған, белмәгән урындарҙа һыу инеү. Көҙән йыйырыу, өйрөлтмәккә эләгеү ҙә харап итә кешеләрҙе. 

Йылға-күл буйҙарына барғанда, кескәйҙәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Тәрән урынға тиклем йөҙмәгеҙ, һаҡланғанды Аллаһ та һаҡлай, тиҙәр, йәйҙе хәүеф-хәтәрһеҙ оҙатайыҡ.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: