Үҙҙәре генә йылғаға һыу инергә килгән 11 һәм 14 йәшлек ике бала көслө ағымға эләгеп, аға башлай. Ҡоттары алынған ҡыҙҙар ярҙам итеүҙе һорап ҡысҡырырға керешә. Бәхеттәренә күрә, яҡында ғына Олег Юрьевич улы Глеб менән балыҡ ҡармаҡлаған була. Аталы-уллы икәү уйлап та тормай ярҙамға ташланған.
Әйткәндәй, Волковтар ситтә йәшәй, йәйен тыуған яҡтарына ял итергә ҡайтҡан булғандар.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты бойороғо менән батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн Олег Волков “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған, ә улы Глеб Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Санкт-Петербургта йәшәгән улдары һәм ейәндәре өсөн наградаларҙы ата-әсәһенә тапшырғандар.
Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru