+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
29 Сентябрь 2022, 11:16

Интернетта ла таҙалыҡ кәрәк

Интернетта күп ултырабыҙ шул. Беҙ күберәк файҙалы мәғлүмәт уҡыйбыҙ ҙа ул, хәүефле сайттар, төркөмдәр ҙә күп, яман уйлылар интернетта ла һағалап ҡына тора.

Интернетта ла таҙалыҡ кәрәк
Интернетта ла таҙалыҡ кәрәк

Хәҙер балалар әйбер тоторға өйрәнеү менән телефонға йәбешә, тиһәк тә хата булмаҫ. Ә ҙурая килә төрлө хәүефле контенттарға юлығыуҙары бар.

 Ошо йәһәттән "Балалар һәм үҫмерҙәрҙең һанлы гигиенаһы" (https://rsv.ru/news/1/4279/) проекты тормошҡа ашырыла.  https://rocit.ru/ сайтында атай-әсәйҙәр һәм балалар файҙалы мәғлүмәттәр менән таныша ала. Нисек хәүефһеҙ интернет булдырырға, киберагрессиянан кәрәкмәгән танышыуҙарҙан, алдаҡсы, мутлашыусыларҙан һаҡланырға һәм башҡа темалар буйынса кәңәштәр табырға мөмкин. 

Фото: vk.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: