+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
4 Декабрь 2022, 12:46

Тюбинг хәүефле

Сана ул тиклем хәүефле түгел ул, ә бына тюбинг... Ул бит бер шыуып төшөп китһә, туҡтатырмын, тимә.

Ҡыш етеп, ҡар ятҡас, тағы ла тюбинг менән күңелһеҙ хәлдәр тураһында хәбәрҙәр ишетелә башланы. Ҡаты йәрәхәтләнеүселәр, хатта үлем осраҡтары ла йыл да булып тора. Шуға ла һаҡ булһағыҙ ине. 

Тюбингта махсус әҙерләнгән трассала ғына шыуырға ярай. Унда ла һинән алдағы кеше тауҙы төшөп бөткәнен көтөргә кәрәк. Икешәрләп, өсәрләп бер тюбингҡа ултырыу тыйыла. Ятып шыуырға ярамай. 

Ҡайһы берәүҙәр ҡайҙа теләй шунда шыуырға ярата. Әммә аҫта ағас, бағана ултырыуы, берәй боҙ ятыуы бар. Барып төртөлһәң, яраландың тигән һүҙ, тюбингты бит туҡтатып булмай. 

Һаҡ булайыҡ, бәлә аяҡ аҫтында. Балалар тыйылған урында шыумаһын ине.

Фото: yandex.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: