+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
18 Декабрь 2022, 20:12

Өфө урамдары һырғалаҡҡа әйләнде

Өфө урамдары һырғалаҡҡа әйләнде, һеҙҙә лә шулаймы? Һаҡ булығыҙ, дуҫтар, бәлә аяҡ аҫтында.

Боҙлауыҡта ҡабаланмай, аяҡ аҫтын ҡарап, тубыҡтарҙы бөгөбөрәк, яй ғына атлағыҙ. Ҡулдар кеҫәлә булмаһын, уларҙы кәүҙә тигеҙләнешен һаҡлау өсөн ике яҡҡа һуҙығыҙ. Йығыла башлаһаң, бер аҙ сүкәйергә тырышырға кәрәк. Йығылып имгәнергә яҙмаһын инде. Бәләгә тарыһағыҙ, тиҙ ярҙам саҡырығыҙ.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: