+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
18 Декабрь 2022, 22:09

Хәүефһеҙлек кәрәк

Яңы йылды бенгаль уттары, гирляндаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Күптәрегеҙ өйөнә шыршы ултыртып, биҙәп тә ҡуйғандыр инде. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаһағыҙ ине.

Шыршыны бүлмәнең уртаһынараҡ, әйберҙәрҙән һәм электр приборҙарынан алыҫыраҡ ултыртыу хәүефһеҙ. Уны мамыҡ, ҡағыҙҙан яһалған тиҙ генә тоҡанып китә торған әйберҙәр, шәм менән биҙәмәгеҙ. Махсус магазиндан сертификаты булған пиротехника, гирлянда ғына һатып алығыҙ. Үҙегеҙ өйҙән сыҡҡанда гирляндаларығыҙҙы һүндерегеҙ.

Петардалар, фейерверктар менән һаҡ һәм дөрөҫ эш итергә кәрәк. Йыл һайын был әйберҙәрҙе шартлатҡанда йәрәхәтләнеп дауаханаға эләгеүселәр булып тора. Яңы йыл, шыршы байрамдары бәлә-ҡазаһыҙ үтһен.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: