Үҙе лә аңғармай ҡалған, әлбиттә. Ҡыҙ бер телеграмм-каналға юлыҡҡан, унда блогерҙар фанаттарына аҡса бүләк итә, имеш. Быға 20 мең сыҡҡан. Уны күсерер өсөн карта номерын һорағандар. Ҡыҙҙың картаһында аҡса бик әҙ икәнен күргәс, ата-әсәһенеке кәрәк, тигәндәр. Ә әсәһенең картаһында - 700 мең! Вәт табыш мутлашыусыларға! Шунда уҡ әсәһенең телефонына картанан шул аҡса алыныуы тураһында SMS-хәбәр килә. Алдаҡсылар бына шулай кеше талай, аккаунт фейк булып сыға.
Беҙҙең республикала ла көн һайын әллә күпме кеше аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Ҡасан мутлашыусыларҙы байытыуҙан туҡтарбыҙ икән?! Һаҡ булайыҡ.
Фото: yandex.