+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
10 Июль 2023, 11:31

Һыу буйында һаҡ булығыҙ!

 Йәйге ял тик матур хәтирәләр генә ҡалдырһын тиһәк, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙ уңында тотоу мотлаҡ.

Һыу буйында һаҡ булығыҙ!
Һыу буйында һаҡ булығыҙ!

✔«Һыу инергә ярамай!» тигән билдә ҡуйылған урында һыу инеү ҡәтғи тыйыла.

✔ Таныш булмаған урында, күпер аҫтында, быуала йөҙмәгеҙ. Махсус йыһазландырылған йәиһә электән һыу инеү өсөн һайланған урындарҙа ғына һыу инергә мөмкин.

✔ Һыуға ҡапыл төшөргә ярамай, тәүҙә аяҡ-ҡулдарығыҙҙы сылатып, яйлап ҡына сикәнес алырға кәрәк.

✔ Яҡшы йөҙә белмәйһегеҙ икән, иптәштәрегеҙгә был турала әйтегеҙ һәм ярҙан ситкә йөҙмәгеҙ. Хатта  белгән хәлдә лә алыҫ араға йөҙөү хәүефле, хәлегеҙ етмәүе ихтимал.

✔ Һыуҙа 20–30 минуттан ашыу булмағыҙ. Өшөүҙән тән тартыша башлауы мөмкин. Һыу һалҡын булғанда – айырыуса.

✔ Билдәһеҙ урында һыуға һикереү һәм сумыу ҡурҡыныс, баш менән һыу аҫтындағы ташҡа, ағас ботағына һәм башҡа  әйбергә бәрелеүегеҙ ихтимал.

✔ Һыуҙа бер-берегеҙҙе ҡыуышып, батырып уйнамағыҙ. Уйындан уймаҡ сыға.

✔ Тын тултырылған йөҙгөстәр менән һаҡ булығыҙ. Уны ел йә йылға ағымы ярҙан алыҫҡа алып китеүе, тулҡын әйләндереүе, тыны сығыуы мөмкин икәнен онотмайбыҙ.

✔ Тәнде көҙән йыйырғанда берәй осло әйбер (энә, булавка, осло таш) менән сәнскеләп алыу ярҙам итә. Шулай уҡ аяҡты ҡул менән ыуалау, массаж яһау ҙа һөҙөмтәле.

✔ Һыуҙа йөҙөүсе судноларға яҡын барыу тыйыла. Теплоход алдындағы ағым уның аҫтындағы винтына һөйрәп алыуы ихтимал.

✔ Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш. Был ҡағиҙә бөтә йәштәге балаларға ҡағыла. Биш йәшкә тиклем балаларҙы янда ғына тотоғоҙ, олораҡ баланы, хатта, йөҙә белһә лә, күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Балаларҙы мотлаҡ һыу инеү ҡағиҙәләре менән таныштырығыҙ.

Был ҡағиҙәләрҙе үтәү һәр кемдең ҡулынан килә. Иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк. 

Һыу буйында һаҡ булығыҙ!
Һыу буйында һаҡ булығыҙ!
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: