+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
6 Август 2023, 22:42

Ят номерҙан кем шылтырата? Алдаҡсы!

Үткән аҙнала Өфө кешеләре алдаҡсыларға тағы 18 миллион аҡса күсергән. Үҙ теләктәре менән түгел инде, алданып.

Ят номерҙан кем шылтырата? Алдаҡсы!
Ят номерҙан кем шылтырата? Алдаҡсы!

Хатта баш ҡалала алдаҡсыларға ҡаршы көрәш буйынса конкурс иғлан ителгән. Унда мәғариф ойошмалары балаларҙың видеороликтарын һәм һүрәттәрен тәҡдим итә. 

Алданмаҫ өсөн иң ябай ысул: ят номерҙан шылтыратыусыға яуап бирмәү. Балалар эштәрендә олатай-өләсәйҙәренә ошоно аңлатырға тырыша. Өлкәндәр генәме һуң, йәштәр ҙә алданып ҡуя бит. 

Һаҡ булығыҙ, бер кем дә банктан йә икенсе берәй ойошманан шылтыратып, һеҙҙең кредитығыҙ менән ҡыҙыҡһынмай, ә аҡсағыҙҙы үҙ кеҫәһенә һалырға теләүсе алдаҡсылар ғына, шуны онотмағыҙ.

Фото: vk.com.

Ят номерҙан кем шылтырата? Алдаҡсы!
Ят номерҙан кем шылтырата? Алдаҡсы!
Ят номерҙан кем шылтырата? Алдаҡсы!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: