+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
23 Октябрь 2023, 16:32

Йәнә алдаҡ...

“Һеңлемдең ҡыҙы бәйгелә ҡатнаша, тауыш биреп ебәр әле,” – тигәнерәк смс-хәбәрҙәргә өйрәнеп бөткәнбеҙ ҙә ул...

Йәнә алдаҡ...
Йәнә алдаҡ...

Тик һуңғы ваҡытта мутлашыусылар ҙа бындай хаттар ебәрергә өйрәнеп алған икән. Ярай ҙа, телефонығыҙҙа исем-шәрифе теркәлгән туғанығыҙҙан йә танышығыҙҙан хәбәр килһә. Әгәр смс билдәһеҙ һандарҙан икән, шикле һылтанма буйынса күсмәү хәйерле. Сайтҡа инеп, мутлашыусыларға шәхси мәғлүмәттәрегеҙгә эйә булыу мөмкинлеген бирәһегеҙ.

Иң яҡшыһы – хәбәр ебәргән кешегә шылтыратып белешеү. Тик үҙегеҙҙә яҙылған номерҙы ғына йыйығыҙ. Һаҡ булайыҡ!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: