+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
18 Ноябрь 2023, 11:20

Боҙ хәүефле әле

Ниһайәт, көн һыуыта башланы, ҡар яуа, тип, йылға-күлдәр өҫтөн ҡаплаған йоҡа ғына боҙға яҡын бара күрмәгеҙ!

Боҙ хәүефле әле
Боҙ хәүефле әле

Ҡотҡарыусылар, боҙ 12 сантиметр ҡалынлыҡта булһа ғына ышаныслы, тип иҫкәртә. Ныҡлап ҡыш етһен, һыуыҡтар башланһын әле. Шунан ғына боҙ өҫтөнән йөрөргә, шыуырға ла мөмкин буласаҡ. 

Йылғаның ағын ерендә, ағастарға, ҡыуаҡтарға яҡын урындарҙа боҙ бигерәк тә хәүефле, йоҡа була. Һаҡ булығыҙ, дуҫтар!

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: