+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
1 Декабрь 2023, 13:59

Тағы алданғандар!

Республика халҡы бер тәүлек эсендә генә алдаҡсыларға 14 миллион һум аҡса күсергән. Таныш булмаған номерҙан шылтыратһалар, алмаҫҡа ҡушалар бит хоҡуҡ һаҡсылары, һаман да алдана халыҡ. Банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да һеҙгә шылтыратып ултырмай.  Өфөнән 51 йәшлек ҡатын мутлашыусыларға үҙе генә 14 миллион һум аҡса күсергән. Кредит алып, әлбиттә. 

Уға августа шылтыраталар. Мутлашыусы банк хеҙмәткәремен тип алдап, башын ҡатырып, кредит алырға һәм ул аҡсаны "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерергә тәҡдим итә. Күпмелер ваҡыт үткәс, ялған хоҡуҡ белгесе лә ошо уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Ҡатын ышанып, 2 миллион һум алып, тегеләр әйткән иҫәпкә күсерә. Бының менән генә бөтмәй әле тарих! Мутлашыусылар тағы шылтырата. Был юлы, теге аҡсаңа хәүеф янай, тип алдайҙар. Моғайын, берәй ниндәй психологик алым ҡулланаларҙыр, юғиһә ҡатын тағы кредит алыр инеме икән? Һөҙөмтәлә ул фатирын залогҡа һалып, бөтәһе 14 миллион аҡса алып бирә енәйәтселәргә, йәғни улар әйткән иҫәпкә күсерә. Бынан һуң тегеләр юҡҡа сыға, әлбиттә. Шунда ғына ҡатын алданғанын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә. Енәйәт эше башлана. 

Алданмағыҙ. Ят номерҙан шылтыратһалар, бөтөнләй алмағыҙ, һөйләшмәгеҙ. Таныштарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың һандары телефонығыҙҙа һаҡланған, исемдәре яҙылған бит. Кем шылтыратҡанын белмәйһегеҙ икән, инҡар итегеҙ.

Фото: Өфөнән В.Степанова һүрәте.

Мәғлүмәт https://02.мвд.рф/сайтынан алынды.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: