+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
5 Декабрь 2023, 15:09

Министр иҫкәртә

Синоптиктар фаразлауы буйынса, алдағы көндәрҙә ныҡ ҡына һалҡынайыуы көтөлә. Ошо айҡанлы мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин  социаль селтәрҙәр аша атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларға, балаларға мөрәжәғәт итте. 

Министр иҫкәртә
Министр иҫкәртә

Ниндәй температурала мәктәпкә бармаҫҡа һуң? Башланғыс синыфтарҙа уҡыусыларға ауыл ерендә - 23, ҡалаларҙа 25 градус һалҡын булғанда дәрестәр үткәрелмәй. 

V - IX синыфтар ауылдарҙа - 25 градустан, ҡалала 27 градустан һыуығыраҡ булһа уҡымай. Өлкән синыфтар өсөн минус 30 һәм 32 градус сик булып тора. 

Мәктәптәр ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, эшләй, һәр белем усағы дәрестәрҙе үткәреү-үткәрмәү буйынса ҡарарҙы айырым ҡабул итә.

Илдар Мәүлитбирҙин шулай уҡ санитар нормалар буйынса уҡыу бүлмәләрендә температура 18 градустан түбән булмаҫҡа тейешлеген дә иҫкә төшөрөп үтте. 

 

Фото: yandex. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: