+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
24 Декабрь 2023, 13:00

Аҡса урлаусыларҙан алданмағыҙ!

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, республика халҡы телефондан шылтыратып, алдап аҡса урлаусыларға декабрҙә көн һайын 6 миллион һум аҡса күсерә икән. 

Аҡса урлаусыларҙан алданмағыҙ!
Аҡса урлаусыларҙан алданмағыҙ!

Аптырамаҫлыҡмы ни?! Өлкән йәштәгеләр генә алданмай енәйәтселәрҙән, һәр кем һаҡ булырға һәм ят номерҙан шылтыратһалар алмаҫҡа, һөйләшмәҫкә тейеш. Туғандарҙың, дуҫ-иш, таныштарҙың телефон һандары күптән билдәле бит инде, улар менән ватсап, телеграмм аша аралашабыҙ. Ә бөтөнләй икенсе төбәктән шылтыраталар икән, һөйләшмәҫкә, ҡыҙыл кнопкаға баҫырға кәрәк. Көнөнә әллә нисә тапҡыр бер-бер артлы төрлө номерҙарҙан шылтырата бит улар. Был енәйәтселәр тоҙағына эләкмәгеҙ, дуҫтар.

Һеҙгә Өфөләге 127-се мәктәп уҡыусыларының ошо темаға видеоҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: