+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Һаҡ булығыҙ!
25 Декабрь 2023, 09:42

“Симкағыҙҙың ваҡыты үткән, аҡса һалырға кәрәк!”

Өҫкө ҡатта йәшәүсе инәй менән олатай курьерға 1 миллион 700 мең аҡсаларын биреп ебәргән. Ябай, тапалып бөткән схема: ҡыҙығыҙ менән малайығыҙ юл һәләкәтендә ғәйепле, эште ҙурға ебәрмәҫ өсөн аҡса кәрәк. Ниңә быны һөйләйемме? Сөнки үҙем Эске эштәр министры урынбаҫары, генерал-майор Евгений Полтавец менән үткән пресс-конференциянан ҡайтып ҡына тора инем.

“Симкағыҙҙың ваҡыты үткән, аҡса һалырға кәрәк!”“Симкағыҙҙың ваҡыты үткән, аҡса һалырға кәрәк!”
“Симкағыҙҙың ваҡыты үткән, аҡса һалырға кәрәк!”

Ололарҙы ғына алдамайҙар икән. Евгений Алексеевич әйтеүенсә, алдаҡсылар тоҙағына эләгеүселәрҙән 60% – 28 – 55 йәшлектәр. Күптәре юғары белемле, араларында ҙур вазифа биләүселәр ҙә бар. Шылтыратыусы уларға тиҙ арала аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә һалырға кәңәш итә. Йәки инвестицияларға була тиҙәр. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле: республикала йәшәүселәр көнөнә уртаса 6 миллион тирәһе аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға! Булмаһа, кредит алалар. Шуға ла банк хеҙмәткәрҙәре психологиянан махсус курс үтә: бер туҡтауһыҙ телефондан һөйләшкән, ундағы күрһәтмәләрҙе үтәгән йә тиктомалдан ҙур суммаһын иҫәптән алырға булған клиенттар менән дөрөҫ эш итергә кәрәк.

Ябай кешене тишек кәмәгә ултыртыуҙың йәнә бер ысулы сим-картаның “ваҡыты үтеүе” менән бәйле. Йәмәғәт, уның ҡулланыу ваҡыты юҡ! Аҡсаһы бөтөп, минусҡа китеүе генә бар.

Евгений Полтавецтан кәңәштәр ошондай. Ят номерҙан шылтыратып, исем-шәрифегеҙҙе әйтеп, полицияның фәлән бүлегенән шылтыратам тигәнде ишетеү менән, телефонығыҙҙы һүндерегеҙ. Хеҙмәткәрҙәр һәр кешенең банк иҫәбен тикшереп ултырмай. Һәм, әлбиттә, шикле операция үтте, буғай, тип шылтыратмай. Ә видеобәйләнеш аша бөтөнләй һөйләшмәгеҙ. Дәүләт хеҙмәттәре порталына инегеҙ әле, тип әйткәнде эшләүҙә үк паролегеҙ күренәсәк. Туғанығыҙ бәләгә тарыны тиҙәр икән – ҡурҡып тормағыҙ, үҙенә, булмаһа, коллегаһына, дуҫына шылтыратығыҙ! 

Әбей-бабайҙан килеп аҡса алып китеүсе йәш кешеләр, ғәҙәттә, бер сәғәттә 3 – 5 мең эшләргә теләгән уҡыусы йә студент булып сыға. Улар кемгә ниндәй төргәк тапшырыуын белмәүе лә бар. Һуңынан осона сығырмын тимә. Ә һеҙ алған кредиттар кемде байытыуы билдәһеҙ. Һаҡ булығыҙ!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас