-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
28 Март , 13:03

Яҙғы ташҡын ниндәй булыр?

Быйыл ҡар күп, яҙғы ташҡындың, башҡа йылдарға ҡарағанда көслөрәк булыуы ихтимал, тип иҫкәртәләр Башгидромет үҙәгенән.

Яҙғы ташҡын ниндәй булыр?
Яҙғы ташҡын ниндәй булыр?

44 муниципалитетта 313  тораҡ пункты һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. 276 ваҡытлыса урынлаштырыу урыны әҙерләнгән. 

Ғәҙәттәгесә Өфө ҡалаһы һәм районы, Иглин, Белорет, Бишбүләк, Миәкә, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Дыуан райондары хәүеф аҫтында. 

Әлеге ваҡытҡа Ишембай, Туймазы, Стәрлебаш, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, Сибай, Туймазы, Дәүләкән, Өфө ҡалалары халҡынан  һыу баҫыуы тураһында килгән мөрәжәғәттәр ҡотҡарыусыларҙың иғтибары үҙәгендә. 

Республикала оператив штаб булдырылған. Йылғаларҙағы һыу кимәле буйынса мониторинг алып барыла.

Яҙғы ташҡын ваҡытында һәр кем хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш. Ошо осорҙо имен-аман үткәреп ебәрергә яҙһын.

 Фото: bashinform.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: