Был аҙнала көндәрҙең ныҡлап йылытыуы арҡаһында ҡар тиҙ ирей, йылғалар асыла. Республикала һыу ташып, юлдарҙы баҫыуы, күперҙәрҙе боҙоуы күҙәтелә. Ошо осорҙа һаҡ булығыҙ, һыу буйҙарына яҡын бармағыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ташҡын ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй, бәләгә тарыусылар, ағып китеп, һәләк булыу осраҡтары ла булып тора. Атай-әсәйҙәр, өлкәндәр балаларға был турала аңлатһын, уларҙың ҡайҙа йөрөүҙәрен контролдә тотһон ине.
Боҙ китеүен ҡарайым, тип, яр буйына яҡын бармағыҙ! Хатта бәләкәй генә соҡорҙарға йыйылған һыу ҙа яҙғыһын хәүефле була. Яҙғы ташҡын осоро бәлә-ҡазаһыҙ үтеп китһен ине.
Фото: mchsrb.