-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
2 Май , 15:24

Талпандан һаҡланығыҙ

Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда, баҡсала эшләгәндә талпандарҙан һаҡ булығыҙ. Ҡаҙалһа, тиҙерәк тартып сығарыу яғын ҡарарға кәрәк.

Талпандан һаҡланығыҙ
Талпандан һаҡланығыҙ

Яҡын-тирәлә медпункт булмаһа, быны үҙегеҙгә эшләргә тура киләсәк. Тик башы, томшоғо өҙөлөп ҡалмаһын. Урынын йод йәки спирт менән эшкәртергә, ә бөжәкте лабораторияға алып барырға кәрәк.

Урманға барғанда асығыраҡ төҫлө кейем һайлағыҙ, талпан һәйбәтерәк күренәсәк. Башығыҙ, муйынығыҙ ҙа ҡаплаулы булһын. Талпан тәнегеҙгә инә алмаҫлыҡ итеп кейенегеҙ. Махсус һиптергес препараттар ҡулланырға мөмкин. Бер-берегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Иғтибар итегеҙ: талпан ғәҙәттә ҡолаҡ артына, баш, муйынға, ҡултыҡ аҫтына, йәғни тиренең йоҡа, йомшаҡ өлөштәренә ҡаҙалыусан. Уның ҡаҙалыуын кеше тәүҙә һиҙмәй, әммә күпмелер ваҡыттан урыны ҡыҙарып, шешеп сыға. 

Урмандан ҡайтҡас, тышта уҡ кейемдәрҙе сисеп, тикшерергә кәрәк. Талпандар июнь аҙағына тиклем әүҙем була.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: