Июнь башында Өфөнөң Октябрь проспектында бер малайҙың бишенсе ҡаттан ҡолап имгәнеүе, дауаханаға эләгеүе тураһында хәбәр булды. Ул москит сеткаһына таянып осоп төшкән икән. Атай-әсәйҙәр, зинһар, иғтибарлы булығыҙ. Москит сеткаһының ышанысһыҙ, фажиғә сығанағы булыуы ихтимал икәнен аңларға ваҡыт.
Дыуан районында ирекмәндәр ошо көндәрҙә "Балалар оса белмәй" тигән акция үткәргән. Бик ваҡытлы сара.
Кескәйҙәрҙе өйҙә иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ әле. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе ғаиләләргә бигерәк тә ҡағыла был. Йәйебеҙ бәлә-ҡазаларһыҙ, күңелле генә үтһен!