-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
25 Июнь , 12:50

Йәшендән нисек һаҡланырға?

Ҡотҡарыусылар йәшендән һаҡланыу юлдарын өйрәтә.

Өйҙә булғанда ишек, тәҙрәләрҙе ябырға кәрәк. Электрон техниканы, смартфондарҙы һүндерергә.

Тышта ҡалһаң, һыу буйҙарынан йырағыраҡ китергә, биҙәүестәреңде сисеп, кеҫәңдән метал әйберҙәрҙе алып, бер нисә метр алыҫҡа һалып торорға кәрәк.

Урманда, әлбиттә, бейек ағастар ямғырҙан һаҡлай. Әммә нәҡ уларҙы йәшен ата. Быны онотмағыҙ: йырағыраҡ китегеҙ.

Яланда сүгәләп ултырыуың хәйерле.

Машинала булһағыҙ, уны туҡтатып, антеннаны төшөрөргә, бөтә электрониканы һүндерергә кәрәк. 

Зонт, ҡармаҡ кеүек әйберҙәр ҙә йәшенде һөйрәй.

Тәбиғәт һуңғы ваҡытта кешелеккә ҡарата асыулы кеүек: ҡойма ямғырҙары, дауылы менән хужалыҡтарға, йорттарға, автомобилдәргә зыян килтерә. Беҙгә ҡағылмаҫ әле, тип еңел генә уйламағыҙ, һаҡланғанды Аллаһы Тәғәлә һаҡлай, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер.

 

 

 

 

 

Йәшендән нисек һаҡланырға?
Йәшендән нисек һаҡланырға?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: