-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
2 Июль , 13:30

Өләсәйҙәрегеҙ алданып ҡуймаһын!

Мутлашыусылар кешеләрҙе алдап, аҡса эшләүҙең яңы ысулдарын табып ҡына тора. 

Өләсәйҙәрегеҙ алданып ҡуймаһын!
Өләсәйҙәрегеҙ алданып ҡуймаһын!

Әле хаҡлы ялдағыларға стажығығыҙ дөрөҫ яҙылмаған, тип шылтыраталар икән. Рәсәй социаль фонды хеҙмәткеремен тип алдап, төшөп ҡалған стажығыҙҙы өҫтәп яҙып, пенсия күләмен арттырып була, тип әйтәләр. Тик бының өсөн әлеге лә баяғы документтарың кәрәк: паспорт, СНИЛС, ИНН... Шунан инде мутлашыусылар рәхәтләнеп һеҙҙең исемгә кредит аласаҡ. 

Һаҡ булығыҙ! Балалар, ошо турала өләсәй-олатайҙарығыҙҙы иҫкәртеп ҡуйһағыҙ ине.

Фото: yandex.

 

Өләсәйҙәрегеҙ алданып ҡуймаһын!
Өләсәйҙәрегеҙ алданып ҡуймаһын!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: