-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
7 Июль , 12:10

Тыйылған урында һыу инмәгеҙ!

Республикала үткән ике аҙнала ғына 9 кеше һыуға батҡан. Барыһы ла тыйылған урында һыу ингән булған.  

Тыйылған урунда һыу инмәгеҙ!
Тыйылған урунда һыу инмәгеҙ!

Билдәле булыуынса, республиканың 60 муниципалитетында 168 махсус пляж эшләй. Һуңғы көндәрҙә уларҙың да бер нисәһендә һыу ташыу сәбәпле һыу инеү тыйылды. Әммә кешеләр бөтөнләй тыйылған урындарҙа ла һыу инеүен дауам итә. Һөҙөмтәлә ғүмерҙәр өҙөлә.

Әле ямғыр күп яуыу сәбәпле, һыуһаҡлағыстар тулып, йылғалар таша. Һыу бысраҡ, ағын көслө. Һаҡ булығыҙ!

Ә бәләкәй балаларҙы һыу буйына үҙҙәрен генә бөтөнләй ебәрмәгеҙ.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: