-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
11 Июль , 10:00

Бер тәүлектә 21 кеше батҡан...

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белдереүенсә, ил буйынса үткән тәүлектә генә 21 кеше һыуға батып үлгән. Шулар иҫәбендә - Башҡортостандан 48 йәшлек ҡатын.

Бер тәүлектә 21 кеше батҡан...
Бер тәүлектә 21 кеше батҡан...

Ул тыйылған урында иҫерек килеш һыу ингән булған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған балалар ҙа бар. Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 6 июлгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса республикала 40 кеше батҡан. Белорет ҡалаһында ете йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө. Ул иптәштәре менән һыу  ингән булған, шлюзға яҡын барған һәм уны һыу һөйрәп алған. Яҡындары өсөн ниндәй ҡайғы...

Быйыл йәй йәй кеүек түгел, ҡойма ямғырҙар арҡаһында һыу ташҡын, һыуыҡ, бысраҡ. Хатта рәсми пляждарҙа ла һыу инеүҙе тыйҙылар.

Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы һыу буйына яңғыҙ ебәрмәһәгеҙ ине. Аңһыҙ үлемдән һаҡланайыҡ. Тыйылған урында һыу инмәйек.

Фото: ya.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: