+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
13 Июль , 12:25

Мутлашыусыларға эшләгән

Интернеттан эш эҙләгәндә лә мутлашыусылар ҡулына барып эләгеү ҡурҡынысы бар. 16 йәшлек егет шулай алдаҡсыларға ярҙам итеп тотолған һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылған. 

Ул эште түләүһеҙ белдереүҙәр сайтынан табыуы тураһында әйткән. "Туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны" схемаһы буйынса эшләгән алдаҡсылар өсөн курьер булып, өлкән йәштәгеләрҙән аҡса барып алып йөрөгән. Биш алданыусы полицияға мөрәжәғәт иткән. 16 йәштән кеше енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Хәҙер еңел генә аҡса эшләргә маташҡан егет үкенәлер ҙә бит, әммә терһәкте тешләп булмай...

Фото: ya.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: