-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
19 Июль , 10:05

Өсәүләп ҡотҡарғандар

Был өс егет булмаһа, тағы бер кешенең ғүмере өҙөлөр ине. Улар һыу ингән ирҙең күҙ уңынан юғалыуын күреп, тиҙ генә эҙләй башлайҙар.

Өсәүләп ҡотҡарғандар
Өсәүләп ҡотҡарғандар

Егеттәргә ике метр тәрән һыуға сумырға тура килә. Айҙар Хәбиров 49 йәшлек ирҙе табып, кейеменән тотоп өҫкә сығара ала. Артабан Даниил Тураев менән Максим Грищук ярға алып китә. Даниил иргә яһалма тын алдырыра. Был ваҡытта Максим 112 телефоны буйынса шылтырата. Шулай итеп егеттәр ирҙе ҡотҡара.  

Улар өсөһө лә Шаран районы Наратаҫты мәктәбендә уҡыған. Даниил - Туймазы юридик колледжы студенты, ә Айҙар менән Максим туғыҙынсыны тамамлаған. Егеттәргә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрендә алған белемдәре ярҙам иткән.

Ҡыйыу һәм тәүәккәл егеттәрҙең тиҙ һәм дөрөҫ эш итеүе арҡаһында фажиғә булмаған. 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: