Алданмағыҙ! Ят номерҙан шылтыратһалар, һөйләшмәгеҙ. Хәҙер интернет-валюта менән байыйһың, тип, кешеләрҙең баштарын ҡайнаталар икән. Өфөнән 38 йәшлек ир шулай танышыу сайтында бер ҡатындан алданып, онлайн-консультацияға ризалашҡан һәм инвестиция сайтында теркәлеп, валюта алыу өсөн аҡса күсергән. Кем иҫәбенә, тиһегеҙ: алдаҡсыларға! Шулай итеп, 2 миллион һумдан ашыу аҡсаһы мутлашыусыларҙы байытҡан.
Улар бит кешенең аҡсаһын "һауырға", кредит алдырырға яңынан-яңы ысулдарын табып ҡына тора, һаҡ булығыҙ, дуҫтар.
Фото: yandex.