Баймаҡта ла 1 йәш ярымлыҡ ҡына ҡыҙ әсәһенә ярҙам итәм тип, ҡулын яңылыш электр ит үткәргесенә тыҡҡан. Был турала социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итә. "Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медиктар һәм ҡотҡарыусылар ни тиклем тырышһа ла, бөтә бармаҡтарҙы ла ҡотҡарыу мөмкин булмай. Был күңелһеҙ хәл бөтә ата-әсәләргә бала хәүефһеҙлеге һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булырға тейешлеген иҫкәртә. Бәләкәстәрҙең ҡыҙыҡһыныусанлығы, донъяны танып-белергә тырышыуҙары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал", — тип яҙған ул.
Бик ҡыҙғаныс, бәләкәс тиҙерәк йүнәлеп китһен инде.
Фото: vk.com.