-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
10 Октябрь , 16:00

Тәүлек һайын миллиондар урлана

Халыҡты күпме иҫкәртәләр, әммә мутлашыусыларҙан алданыусылар табылып тора. Таныш булмаған шылтыратыусыға яуап бирмәҫкә һаман өйрәнмәйбеҙ шул.

Тәүлек һайын миллиондар урлана
Тәүлек һайын миллиондар урлана

Республика халҡы алдаҡсыларға үткән тәүлектә – 3, унан алдағыһында 9 миллион аҡса күсергән. Мутлашыусылар кемгәлер "пенсия фондынан" тип, кемгәлер "банк хеҙмәткәремен" тип, "кәрәҙле бәйләнеш операторымын" тип шылтырата ла кешенең башын ҡатыра башлай. Шулай итеп, кредит алып, мутлашыусыға күсергәнен үҙе лә белмәй ҡала ҡайһы берәүҙәр. 

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы таныш түгел кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, тип тағы бер тапҡыр иҫкәртә. Полиция, банк, кәрәҙле бәйләнеш хеҙмәткәремен, тип шылтыратһалар, һөйләшмәҫкә, телефонды һалырға. Социаль селтәрҙәрҙә лә һаҡ булырға кәрәк. Һылтанмаларға баҫмағыҙ, шикле сайттарға инмәгеҙ. 

Таныштарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың исем-шәрифтәре телефоныбыҙға әллә ҡаса яҙып ҡуйылған бит, ә таныш булмаған номерҙан шылтыратһалар алмауың мең тапҡыр хәүефһеҙерәк икәнен иҫтә тотайыҡ.

Фото: bashinform.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: