Һаҡ булығыҙ!
5 Января 2025, 10:19

Тау шыуғанда һаҡ булығыҙ, дуҫтар!

Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәйек.

Тау шыуғанда һаҡ булығыҙ, дуҫтар!Тау шыуғанда һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Тау шыуғанда һаҡ булығыҙ, дуҫтар!

1. Башҡа балалар шыуып төшөп етеп, тауҙан ситкә киткәнде көтөп тор.

2. Үҙең төшөп еткәс, тиҙ генә ситкә шыуыш.

3. Баҫып тороп шыуырға бөтөнләй ярамай.

4. Арҡаң йәки эсең менән шыумаҫҡа тырыш, тауҙан төшкәндә лә, күтәрелгәндә лә алға ҡара.

5. Башҡаларға ҡамасаулап, үҙеңде хәүеф аҫтына ҡуйып, юлда торма.

6. Йығылһаң, ҡулдарыңды - тәнеңә, башыңды күкрәгеңә ҡыҫырға өлгөрөргә тырыш.

7. Йығылғанда йомғаҡ булып бөгәрләнеп төшөү яҡшыраҡ. 

8. Ҡала ерендә транспорт йөрөгән ерҙә шыуырға ярамағанлығын үҙең дә беләһеңдер.

 

vk.com төркөмөнән. Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас