Һаҡ булығыҙ!
5 Января 2025, 10:29

Янғын сыға ҡалһа...

Дуҫтарыбыҙ өсөн төп 10 ҡағиҙә!

Янғын сыға ҡалһа...Янғын сыға ҡалһа...
Янғын сыға ҡалһа...

1. Өлкәндәргә шылтыратып әйтергә, 101 һандары буйынса янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәренә адресыңды хәбәр итергә.

2. Һин өйҙә яуаплы булып ҡалғанһың икән, кескәй туғандарыңды йорттан тиҙ генә алып сыҡ.
3. Өйҙән сыҡҡас, ишекте ябырға кәрәк.
4. Әгәр ут арҡаһында төтөн таралып өлгөргән икән, ишеккә шыуышып барыу яҡшыраҡ.
5. Һыулы сепрәк аша тын алырға кәрәк.
6. Ҡысҡырып үҙеңә иғтибарҙы йәлеп иттерергә тырыш.
7. Ишеккә барып булмай икән, тәҙрәнән, балкондан ҡысҡырырға кәрәк.
8. Ут ялмаған әйберҙәргә барма, стенаға яҡыныраҡ булыу яҡшы.
9. Ҡала ерендә ваннаға һыу тултырып, тын алырлыҡ көпшә табып, ваннаға ятырға була.
10. Кейемгә ут тоҡанһа, тиҙ генә сисергә тырышырға һәм һүндерергә кәрәк. Булмаһа, юрған, пледҡа төрөнөп, иҙәндә тәгәрәргә.

 

Һүрәт: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас