Өфөнән ун һәм ун биш йәшлек малайҙар ағасҡа бәрелеп, береһе реанимацияға эләккән, икенсеһе лә дауаханала ята.
Тюбингты туҡтатып булмай бит ул, шуға ла махсус урындарҙа ғына шыуыу рөхсәт ителә. Юғиһә берәй бағанағамы, ағасҡамы бәрелеп, ҡаты йәрәхәт алыуың ихтимал. Хатта үлем осраҡтары ла бар бит. Һаҡ булығыҙ, дуҫтар, һаулығығыҙҙы һәм ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!