Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы сайтында иҫкәртәләр.
Ысынлап та, шәп ҡармаҡ тапҡан енәйәтселәр, эйе бит: һинең фотоң түгелме, тип яҙғас, ҡыҙыҡһынмаҫ ерҙән ҡыҙыҡһынырһың. Әммә ул вируслы һәм беркетелгән файлды асыу менән смартфонға ҡушымта килеп сыға ла алдаҡсылар ситтән һинең банк ҡушымталарына инеп, аҡсаңды урлай, кредит ала.
Теге алданған ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән, енәйәт эше асылған. Әммә шикле хәбәрҙе асып ҡарамай, битараф ҡалһа, тып-тыныс булыр ине, шулай бит?!
Дуҫтар, хәҙер мутлашыусылар күбәйҙе, һаҡ булығыҙ! Һуңғы өс көн эсендә генә республика кешеләре 15 миллион һум аҡсаһын урлатҡан.
Фото: files.