Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
12 Март , 20:25

Боҙҙан, һыуҙан, боҙбармаҡтарҙан һаҡ булайыҡ

Яҙ. Көндәр ғәҙәттәгенән йылыраҡ тора. Тимәк ҡар ирей, боҙ өҫтөнән йөрөү бөтөнләй хәүефле.

Боҙҙан, һыуҙан, боҙбармаҡтарҙан һаҡ булайыҡ
Боҙҙан, һыуҙан, боҙбармаҡтарҙан һаҡ булайыҡ

Шулай уҡ ҡыйыҡ баштарынан ҡар шыуып төшөү ҡурҡынысы ла бар. 

Былар тураһында ҡотҡарыусылар даими иҫкәртеп тора. Һаҡ булығыҙ, дуҫтар. Кескәй туғандарығыҙға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ, йылға-күл буйҙарына яҡын урында уйнамағыҙ.

Әлеге ваҡытта яҙғы ташҡынға әҙерлек барышында ҡотҡарыусылар боҙҙо шартлата, күнекмәләр үткәрә. Быйыл ҡар әҙерәк яуҙы, уның ҡарауы йәй ямғырлы булды. Шуға күрә әле генә ташҡындың ниндәй кимәлдә булыуын күҙаллау ҡыйын. Был турала тулы мәғлүмәт 25 марттан һуң билдәле буласаҡ. 

Фото: bashinform.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: